Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 21:15

Ҡытай граждандарына Рәсәйгә инеү тыйылды

Ҡытай граждандарына Рәсәйгә инеү ваҡытлыса тыйылды. ТАСС хәбәр итеүенсә, сикләү 20 февралдән ғәмәлгә индерелә.

Был сара хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу, шәхси, уҡыу һәм туристик маҡсат менән юлланған Ҡытай граждандарына ҡағыла. Ошо турала Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһын индереүҙе һәм таратыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышы йомғаҡтары буйынса иғлан ителде.
«2020 йылдың 20 февралендә урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт 12-нән хеҙмәт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу, шәхси, уҡыу һәм туристик маҡсат менән Рәсәйгә юлланған Ҡытай Халыҡ Республикаһы граждандарын Рәсәй Федерацияһының дәүләт сиге аша үткәреүҙе ваҡытлыса туҡтатырға», — тиелә белдереүҙә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: