Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 21:05

Краснокама районынан 5 әсә юғары награда – “Әсәлек даны “ миҙалы менән бүләкләнде.

Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән гүзәл заттарҙы БР Хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров ҡотланы.

«Әсәлек даны» миҙалы Анжела Баймурзина (Мүзәк), Гөлнара Хәмитова (Иҫке Йәнйгет), Алена Юкчубаева (Бөрнөш), Ильзира Шерова (Редькино) һәм Валентина Шипаеваға (Мәнәк) тапшырылды.
Бөгөн төбәктә 50 меңдән ашыу ҡатын күп балалы әсә булып иҫәпләнә, һанап сығарһаң, был ҡатындар 160 мең самаһы бала тәрбиәләй.
Республикала биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындарҙы бүләкләү традицияһы 1998 йылда булдырыла.
«Әсәлек даны» миҙалына сәләмәт тормош алып барған, балалар тәрбиәләүҙә өлгө булып торған күп балалы әсәләр тәҡдим ителә.
Читайте нас: