Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 12:05

Бөгөн халыҡ-ара туған тел көнө

Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә.

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер.
Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль- Халыҡ-ара туған телдәр көнө, тип иғлан итте.
Рәсәйҙә 180 милләт вәкиле йәшәй, рустар - 110 миллиондан ашыу, татарҙар - 5 миллион 300 мең, украиндар 2 миллиондан аҙыраҡ, башҡорттар 1 миллион 600 мең самаһы, сыуаш һәм чечендар - 1 миллион 400-әр мең тирәһе.
Читайте нас: