Ҡурай
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 10:20

Башҡортостанда ике миллион тоннанан ашыу ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарылған

Был эшкә аҙна һайын 500 берәмек техника йәлеп ителгән

«Экология» милли проектына ярашлы, сүп-сар йыйыу һәм эшкәртеүҙең яңы системаһына күсеүҙең былтырғы йомғаҡтары нимә күрһәтә?
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров белдереүенсә, статистика шуны раҫлай: үткән йыл ике миллион тоннанан ашыу ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарылған, был эшкә аҙна һайын 500 берәмек техника йәлеп ителгән. Был турала ул былтырғы эш тураһындағы йомғаҡлау доклады менән сығыш яһағанда билдәле булды.
«Халыҡты сүп-сар ташыу буйынса хеҙмәтләндереү менән солғап алыу кимәле йыл аҙағына 97 процентҡа етте», - тине Урал Искәндәров.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас: