Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
22 Февраль 2020, 01:45

Ветеранды байрам менән ҡотланылар

Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғасим Ғайсинды Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ауыл советы, ветерандар советы вәкилдәре байрам менән ҡотланы.

Бөгөн Яңы Ҡабан ауыл советы авыл биләмәһе башлығы Илшат Бәшәров, башланғыс ветерандар ойошмаһы секретары һәм район ветерандар советы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хөрмәтле Ғасим Ғайса улын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы һәм уға сәләмәтлек, именлек һәм оҙон ғүмер теләне.
"Берҙәм Рәсәй" партияһынан Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә бүләктәр һәм иҫтәлекле календарь тапшырҙылар.
Читайте нас: