Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 14:06

Башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһына Краснокама районы халҡы ла дәррәү ҡушылды.

Диктант яҙыу районда 23 мәктәптә ойошторолдо. Рус, башҡорт, татар һәм мари телдәрендә диктант яҙырға мөмкин ине.

Диктант өсөн яҙыусы-яугир Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланған ине. Унда туған телен белгән, уның яҙмышына битараф булмаған һәр кем – уҡыусы балалар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм башҡа барлыҡ теләүселәр ҡатнаша алды.
Диктант яҙыу районда 23 мәктәптә ойошторолдо. Ҡуян, Николо-Березовка, Яңы Нуғай, Яңы Ҡабан, Иҫке Мошто, Иҫке Йәнйегет, Яңы Аҡтанышбаш, Яңы Ҡайынлыҡ, Бөрнөш, Арлан, Ҡурый, Яңы Бура, Яңы Бөртөк, Мүзәк, Раздолье, Никольское, Шушнур, Сауыҙбаш, Мәнәк, Һаҡлау, Иҫке Ҡайынлыҡ, Яңы Татыш, Яңы Йәнйегет мәктәптәрендә теләгән һәр кем диктант яҙҙы.
Читайте нас: