Сарала инженер, менеджер, уҡытыусы, администратор, кондитер, шәфҡәт туташы, һатыусы, водитель, кондуктор, токарь, электрик, ташсы, төҙөлөш һәм монтаж эштәре оҫтаһы, һауыт-һаба йыуыусы, йыһаз йыйыусы, слесарь-сантехник, тракторсы, штукатур, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һәм башҡа вакансиялар тәҡдим ителә.
Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, һөнәри йүнәлеш биреү, уҡытыу, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса кәңәш бирелә. Шулай уҡ компьютер диагностикаһы үтеү мөмкинлеге лә бар. Әйткәндәй, бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.