Ағиҙелдә йәш аталарҙың күбеһе ситтә, вахта ысулы менән эшләй, шуға балаларҙы тәрбиәләү әсәләр елкәһенә төшә. Шуға ла малайҙарға атай менән ял көнөн үткәреү байрамға тиң.
Фестивалдә өс ғаилә: Яҡуповтар, Ғатауллиндар һәм Игнатьевтар ҡатнашты. Башта командалар үҙҙәренә ҡыҙыҡлы исемдәр уйлап тапты. Икенсе ярышта командалар кроссворд сисеүҙә көс һынашты. Аҙаҡ бергәләп конструктор йыһазынан роботтар йыйҙылар. Аҙаҡҡы ярыш үтә лә ныҡ ҡыҙыҡлы булды: пульт менән идара ителгән тейәгес менән кубиктарҙы бер урындан күтәреп алып, икенсе урынға илтеп һалырға кәрәк ине. Атайҙар бик теләп уйнар ине лә һуң, юҡ, идара итеү пультын улдарға тапшырҙылар. Һәм малайҙар һынатманы!
Был уйындар барыһы ла «Савитар»ҙа эшләп килгән Технопаркта үтте. Әйтергә кәрәк, Ағиҙелдең Технопаркы йыһазы менән баш ҡала технопарктарынан бер ҙә ҡалышмай. Ағиҙел малайҙары унда рәхәтләнеп робот йыйыу менән шөғөлләнә, төрлө компьютер программаларын да уңышлы үҙләштерәләр. Атайҙарға ҡыҙығырға ғына ҡала!