Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатын-ҡыҙға нимә бүләк итергә?

Иң йәмле һәм күптәрҙең яратҡан байрамы – 8 Март етеп килә. Ир-аттың башы ҡайнай башла­ғандыр ҙа инде: нимә бүләк итергә? Сәскә һәм кәнфит? Ҡыҙыҡ түгел һәм ялҡытҡан. Хушбуй, косметика, кейем?

Әллә оҡшай, әллә юҡ. Бүләкте һөйгәндәргә генә түгел, әсәйҙәр, һең­ле-апайҙар, хеҙмәт­тәштәр һәм башҡа­лар ҙа көтә бит. Беҙ ир-ат өсөн был бурыс­ты еңеләйтергә булдыҡ һәм бер нисә универсаль кәңәш бирмәксебеҙ. Шулай итеп...

...әсәйгә

* Массажер. Әсә кеше өсөн иң яҡшы бүләк – хәстәр. Муйын, елкә һәм арҡаға массаж яһай торған ҡо­рамал был иғти­барҙы бик ла­йыҡ­лы күрһә­тә ала. Ул әсә­йе­геҙгә ауыр көн­дән һуң ял итеп, үҙен ҡа­рау мөм­кин­леген бирәсәк.

* Һауаны дым­ландырғыс. Был бүләк тә әсәйҙең ғүмерен еңеләйтә. Айырыуса ул ҡала ерен­дә фатирҙа йәшәһә, дым­лан­дырғыс – кәрәк әйбер. Ҡоро һа­уаның һаулыҡҡа зыяны күп, тире лә йонсой.

* Йылы плед. Ул ҙур, матур, сифатлы булһын. Әсә­йегеҙ уға төрөнөп ултырып бәйләм бәйләй, телевизор ҡарай ала. Ябынып йоҡларға ла була.

* Ашъяулыҡ. Матурлыҡ, өйҙә уңайлы мөхит яратҡан әсәйҙәр өсөн яҡшы бүләк. Ул селтәр менән биҙәлһә йәки матур һүрәт­ле булһа – тағы ла яҡшыраҡ. Әсәйегеҙ уны ҡәҙерле ҡунаҡтары килгәндә йәйеп һөйөнөр.

* Робот-саңһурҙырғыс. Был, әлбиттә, ҡиммәтле бүләк. Тик әсәй уға лайыҡ. Әйбер уның тормошон күпкә еңе­ләйтәсәк. Өй йыйыштырыу эше менән аҡыллы техника шөғөлләнһә, уның үҙенә ваҡыты ла күберәк ҡаласаҡ.

...һөйгән йәргә

* Матур эске кейем һәм өйҙә кейергә комплект. Был әйберҙәр һәр ҡатын-ҡыҙҙың күңеленә хуш киләсәк һәм шатландырасаҡ. Сифатлы ебәктән йәки уңайлы туҡы­манан булһа, һөйгәнегеҙгә тағы ла нығыраҡ оҡшаясаҡ.

* Ваҡ-төйәк һаҡлай торған матур ҡумта. Уның бөгөн ниндәй генә төрө юҡ. Косметика өсөн дә, эске кейем өсөн дә, биҙәүестәр һала торғаны ла бар. Бик матур һәм шул уҡ ваҡытта уңайлы. Өйҙә торһа ла йәмле, сәйәхәткә алырға ла ҡулай.

* Электрон китап. Әгәр һөйгәнегеҙ китап уҡырға ярата икән, был бүләкте бик баһалаясаҡ. Улар, ғәҙәттә, еңел була (200 грамм сама­һы), үҙҙәре артыҡ ҙур ҙа түгел. Ҡатын-ҡыҙ сумка­һына һыймалы ғына шәп гаджет.

* Сәс бөҙрәләтә һәм турайта торған прибор. Ниндәй генә ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтен, при­чес­каһын үҙгәртергә яратмай икән? Һеҙҙең хәләлегеҙ ҙә шундай булһа, икеләнеп тә тормай щипцы алып бирегеҙ. Уның менән сәсте бөҙрә­лә­тер­гә лә, турайтырға ла мөмкин.

...һеңле-апайға

* Ҡулсатыр. Был бүләк бер ҡасан да иғтибарһыҙ ҡалмай. Беренсенән, кәрәк әйбер. Икенсенән, ул матур һәм заманса булһа, үҙе менән йөрөткөһө генә килеп торасаҡ. Сифатлыһын һәм матур һүрәтлеһен һайлағыҙ.

* Йылытҡыслы тапочка. Был бүләк үҙенсәлекле, үҙе ҡыҙыҡ һәм файҙалы. Улар USB аша “туҡлана”. Әллә ни кәрәк әйбер тип әйтеп булмай, шулай ҙа һеңлегеҙҙең юмор тойғоһо яҡшы икән, әйҙә ҡыуанһын. Әйткәндәй, уның йылыта торған элементы бәләкәй генә кеҫәлә йәше­релә һәм кәрәкле ваҡытта еңел генә сығарырға мөмкин.

* Ҡолаҡсындар. Яҡшы ҡолаҡ­сындар һәр кемдә булырға тейеш. Хәҙер улар­ҙың ниндәй генә төрө юҡ.

* Маникюр өсөн кәрәк-яраҡ. Гел салонға йөрөп аҡса әрәм иткәнсе, бер өйрәнеп алһаң, маникюрҙы өйҙә лә эшләргә була. Бының өсөн махсус ҡорамалдар ғына кәрәк. Алып бирегеҙ, әйҙә тәжрибәләр яһаһын.

...ҡыҙға

* Тышҡы аккумулятор. Йәнә ҡыҙығыҙҙың смартфо­нының көсө бөткән, шуға күрә һөйләшә алмай тип ҡайғыраһығыҙмы?
Тышҡы аккумулятор был осраҡта ярҙамға киләсәк. Ул ауыр ҙа түгел, һәр саҡ үҙе менән йөрөтә аласаҡ. Һеҙҙең күңел дә тыныс буласаҡ.

* Көндәлек. Әлбиттә, ул ябай ғына булырға тейеш түгел. Матур тышлы, ә иң мөһиме – бәләкәй генә йоҙаҡлы булһын. Ҡыҙығыҙ унда ҡыуанып үҙенең серҙәрен яҙыр.

* Ижад өсөн бүләктәр. Мәҫәлән, күп төҫлө ҡәләм­дәр, буяуҙар булған йыйылмалар. Ҡыҙығыҙ һүрәт төшөрөргә ярата икән, был – һәйбәт бүләк. Тик ул ҙур, төҫтәре һәм төрҙәре күп булһын.

* Биҙәүестәр эшләй торған йыйылма. Ҡыҙы­ғыҙға 7-10 йәш булһа, ул бындай бүләк­кә бик ҡыуанасаҡ. Ул үҙ ҡул­дары менән белә­ҙек­тәр, му­йын­саҡтар эшләй аласаҡ бит.

...хеҙмәттәшкә

* Тәмле сәй. Нимә бирергә белмәгән осраҡта, сәй бик яҡшы бүләк буласаҡ. Уны бөтәһе лә ярата. Матур ҡапта һәм сифатлы булһа, хеҙмәт­тәшегеҙ бик шатланасаҡ.

* Көрөшкә. Ә, бәлки, ул сәй эсмәй­ҙер? Улай икән, матур көрөшкә лә – шәп бүләк. Нимә теләй, шуны эсһен әйҙә. Ул үҙенсәлекле дизайнлы йәки ҡыҙыҡ яҙыулы булһа, тағы ла шәберәк.

* Һәйбәт блокнот. Был бүләк ғәҙәти һымаҡ күренһә лә, барыбер гел кәрәк һәм файҙалы. Айырыуса офиста эшләгәндәргә. Ҡатын-ҡыҙға ҡара йә зәңгәр түгел, ә сағыу төҫлөһөн алһағыҙ ҙа була.

* Ҡул өсөн крем. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙға косметика бүләк итеү бик дөрөҫ түгел. Тик был ҡағиҙә ҡул кремына ҡағылмай. Ул һәр кемгә һәм һәр саҡ кәрәк. Ныҡ еҫле булмаһын, нейтраль төрөн һайлағыҙ.

...әхирәткә

* Яҡтыртҡыслы көҙгө. Әйткәндәй, ул – ҡатын-ҡыҙ өсөн ысынлап кәрәкле һәм файҙалы бүләк. Ҡараңғы саҡта ла ярҙамға киләсәк. Уның ярҙамында биҙәнеүе лә рәхәтерәк, барлыҡ етешһеҙ­лектәр күренеп тора бит.

* Биҙәнеү өсөн ҡулайламалар. Юғарыла әйтеп киткәйнек инде, косметика бүләк итеү кәңәш ителмәй. Ә бына биҙәнер өсөн спонж йәки бумала һәр кемгә кәрәк. Әхирәтегеҙ һәр хәлдә шат буласаҡ.

* Универсаль гель. Был әйберҙе ҡулға ла, биткә лә, аяҡҡа ла, ғөмүмән, бөтә тән өсөн файҙаланырға була. Ул ҡыҙарған тирене “тынысландыра”, ҡоро урындарҙы туҡ­ландыра. Тик дөрөҫ һай­ларға кәрәк, йәбешкәк булмаһын.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Фото daroo.ru
Читайте нас: