Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Март айында юбилейҙар

Март айы юбилейҙарға бай булып сыҡты

1 – яҙыусы, драматург, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғабдулла БАЙБУРИНДЫҢ тыуыуына – 95 йыл (1925 –1994).
– шағирә Гүзәл ҒӘЛИЕВАҒА – 65 йәш (1955).
5 – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Һәҙиә ДӘҮЛӘТШИНАНЫҢ тыуыуына – 115 йыл (1905 – 1954).
15 – яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Камил ЙЫҺАНШИНҒА – 70 йәш (1950).
– биология фәндәре кандидаты, профессор, БАССР-ҙың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИНҒА – 75 йәш (1945).
16 – баянсы, РСФСР-ҙың атҡа­ҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Редик ФӘСХЕТДИНОВҠА – 80 йәш (1940).
21 – дәүләт эшмәкәре, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының элекке беренсе секретары, СССР-ҙың әҙерләүҙәр министры, СССР Министрҙар Советы рәйесе Зыя НУРИЕВТЫҢ тыуыуына – 105 йыл (1915 – 2012).
24 – БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәү­ләт премияһы лауреаты Фәй­зрахман ИСМӘҒИЛЕВҠА – 65 йәш (1955).
28 – филология фәндәре докторы, фольклорсы һәм сәсәниә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВАҒА – 65 йәш (1955).

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Т. АМАНОВ
Сығанаҡ https://yeshlek.rbsmi.ru
Читайте нас: