- Статистика буйынса, иртәнге аштан баш тартмаған кешеләр юл-транспорт фажиғәһенә лә һирәгерәк осрай.
- Көндөҙ көсөргәнешле эш көтә икән, мотлаҡ иртәнсәк ныҡ итеп туҡланырға кәрәк. Был энергия запасы бирә һәм эшкә һәләтлелекте 30 процентҡа күтәрә.
- Ни тиклем иртәрәк ашайһың, организм шул тиклем иртәрәк уяна һәм эшләй башлай.
- Иртәнге калориялар бер ҡасан да майға әүерелмәй, ә тулыһынса сарыф ителә.
- Иртәнге ашһыҙ организмда матдәләр алмашыныу процесы уянмай һәм әүҙем рәүештә майҙарҙы тарҡатыу буйынса эш башлау урынына, барыһын «һуңыраҡҡа» ҡалдыра. Тап шул арҡала артыҡ килограмдар барлыҡҡа килә.
- Белгестәр раҫлауынса, иртәнсәк бешкән йомортҡа ашаған кеше төшкөлөккә ныҡ асығып та өлгөрмәй. Ғәжәп, әммә факт – иртәнсәк ашалған йомортҡа көн дауамында ҡулланылған калорияларҙы 400 берәмеккә кәметергә ярҙам итә! Ә иртәнсәк дөгө, ҡарабойҙай йә һоло бутҡаһы ашағанда, көн дауамында майлы аҙыҡтар ашау кәмей.
- Иртәнге тәмле аш кәйефте күтәрергә, фекерҙәрҙе бер төйөнгә туплап, яңы көнгә көйләргә ярҙам итә.