Ҡурай
-2 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
11 Марта 2020, 16:35

«Олатайымдың миҙалы» - иң яҡшы хикәйәгә конкурс шулай тип атала

Краснокама районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары (тыл эшсәндәре) тураһында «Олатайымдың миҙалы» тип аталған иң яҡшы хикәйәгә конкурс иғлан итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әлеге конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеү сиктәрендә үткәрелә.
Конкурста район мәктәптәренең 7-17 йәшлек уҡыусылары ҡатнаша ала. Ҡатнашыуға заявкалар район музейында 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Түбәндәге телефон буйынса белешмәләр алырға була: 8(34759)7-65-09. Эштәрҙе шулай уҡ mbuk_rilm@mail.ru. электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.
Өс йәш категорияһында 1, 2 һәм 3 дәрәжә еңеүселәре дипломдар менән бүләкләнәсәк һәм Өфө ҡалаһының «Дан музейы»на экскурсияға ебәреләсәк. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Фото vk.com
Читайте нас