Ҡурай
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республикала яҙ: йылы һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана

Башҡортостанға ысын яҙ килде. 11 мартта һауа +6 градусҡаса йылынды. Бындай картина аҙна аҙағынаса һаҡлана.

Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, 12 мартҡа ҡарай төндә +2,-3 градус була, ә көндөҙ +2,+7 градусҡа тиклем йылыта. Ләкин республиканың көньяҡ-көнсығышында төндә -7 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә.
Республика метеорологтары яуым-төшөм фаразламай, төньяҡ-көнбайышта бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Шуның менән бергә йәнә көслө ел сығыуы, ҡапыл иҫкәндә тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе мөмкин.
«Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Сығанаҡ һәм фото http://www.bashinform.ru
Читайте нас: