Әгәр ҡыярға йылы етмәһә, ул оҙонға үҫә башлаясаҡ. Был осраҡта уны тәрәнгәрәк төртөп, йә ер өҫтәп ҡотҡарырға була. Теплицаға, йә асыҡ түтәлгә ултыртыласаҡ үҫентенең 3 – 4 япрағы булырға тейеш. Ер һәйбәт булһа, ҡыярға өҫтәмә ашламалар идереү кәрәкмәй. Шулай ҙа, үҫентеләр сиберәк күренһә, минераль ашлама индерергә кәрәк буласаҡ. Быны шытымдар сығыуға ике аҙна үткәс эшләргә кәрәк, икенсе тапҡыр ашламаны үҫентене күсереп ултыртыр алдынан бер-ике көн алдан индерегеҙ. Ашлама 10 литр һыуға бер аш ҡалағы самаһы алына.
Лилиә НУРЕТДИНОВА,
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе
Для башкирского издания