Ауыл кешеләре бөйөрҙәр тураһында бик күп ҡыҙыҡлы нимәләр белде.
Бөйөрҙәр таҙа булһын өсөн урологка йыл һайын күренеп торорға, УЗИ үтергә, анализдар бирергә кәрәк.
Шулай уҡ бөйөрҙәр нарат еләге, таҙа һыу ярата. Быларҙан тыш, әүҙем тормош алып барыу, саф һауала йөрөү, дөрөҫ туҡланыу, һалҡын тейҙермәү ҙә әһәмиәткә эйә.
Лекцияға килеүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, табипҡа рәхмәтен еткерҙе.