Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Конституцияла нимәләр үҙгәргәнен беләһегеҙме?

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса саралар бик йылдам эшләнде. Мәҫәлән, үткән аҙнала, 12, 13 мартта, субъекттарҙың парламенттары төҙәтмәләрҙе хупланы. Быны бер тауыштан тип әйтергә мөмкин. Сөнки бөтә 3980 депутаттың 67-һе генә ҡаршы булған.

Был юлы Рәсәй Конституцияһын үҙгәртеү тарихында тауыш биреү тиҙлеге буйынса рекорд ҡуйылған. 14 мартта Президент тейешле законды ҡултамғаланы. Шул уҡ көндө Конституция Суды судьялары төҙәтмәләр тураһындағы закондың Конституцияға тап килеү-килмәүен тикшерә башланы. Ике көндән “тап килә” тигән мөһөр һуғып та ҡуйҙылар.
Ә нимәләр үҙгәрә? Әйткәндәй, һуңғы төҙәтеү аҙаҡҡы, өсөнсө уҡыуҙа индерелгән – ул Президент вазифаһында эшләүҙең мөҙҙәтен ғәмәлдән сығарыуға бәйле. Йәғни, быны Владимир Путин 2024 йылдан һуң да ил башлығы булып һайлана ала, тип аңларға кәрәктер.
Төҙәтмәләр индереү тураһындағы закон ғәмәлгә инһә, әлеге булған сроктар “нулгә” әйләнә. Артабан иһә бер кеше Президент вазифаһында ике мөҙҙәттән дә (бында “рәттән” тигән һүҙ юҡ) артыҡ эшләй алмаясаҡ.
Рәсәй Президенты булып һайланыу өсөн ил территорияһында 25 йыл өҙлөкһөҙ йәшәргә бурыслы, сит ил гражданлығы (шул иҫәптән ВНЖ статусы ла), сит ил банктарында иҫәбе булмаҫҡа тейеш. Ошо уҡ талап РФ субъекттары башлыҡтарына, Хөкүмәт Рәйесенә, министрҙарға, судьяларға, депутаттарға һәм сенаторҙарға ла ҡуйыла.
Көс структуралары етәкселәрен, Федерация Советы менән кәңәшләшкәндән һуң, Президент үҙе шәхсән тәғәйенләй ала.
Элекке Президентҡа ғүмерлеккә сенатор булып эшләү хоҡуғы бирелә. Ул вазифаһынан киткәс тә тейелгеһеҙ булып ҡала.
Ил башлығы дәүләт власының бөтә органын координациялаусы, тышҡы һәм эске сәйәсәт менән шөғөлләнеүсе Дәүләт Советын формалаштыра. Совет статусы тураһында айырым закон сығасаҡ.
Федерация Советында Президент квотаһы 17-нән 30-ға тиклем күбәйтелә. Шулар араһынан ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ете кеше ғүмерлеккә сенатор булып ҡала ала, ә башҡалары алты йылға тәғәйенләнә.
Хөкүмәт Рәйесен, уның урынбаҫарҙарын, министрҙарҙы, Президент тәҡдиме буйынса, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары раҫлаясаҡ. Әгәр ҙә парламентарийҙар Премьер-министр кандидатураһын өс тапҡыр кире ҡаҡһа йә Хөкүмәттең өстән бер өлөшөн раҫламаһа, Президент уларҙы үҙаллы тәғәйенләй, ә Дәүләт Думаһын таратырға хоҡуҡлы.
Федерация Советына Конституция һәм Юғары суд судьяларын вазифаһынан бушатыу хоҡуғы бирелә. Конституция судында 11 ағза булыуы күҙ уңында тотола. Берәүҙе лә эштән бушатмайҙар, ә отставкаға киткәндә урынына икенсе судья тәғәйенләнмәйәсәк.
Фото: vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Сығанаҡ https://yeshlek.rbsmi.ru
Читайте нас: