Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн иртән күңелһеҙ хәбәр килеп төштө: яратҡан шағирыбыҙ Роберт Миңнуллин вафат.

Роберт Миңнуллин 72-се йәше менән бара ине.

Шиғырҙарын бала саҡтан яратып уҡығанғамы, яҡташым булғанғамы - был хәбәрҙе ауыр ҡабул иттем.
Инстаграмда Роберт ағайҙың тормошо менән даими танышып барҙым. Бер яҙыусының, шағирҙың тыуған көнөн онотманы, фотолар менән ҡуйып, инстаграмда үҙ битенә яҙылған, ижадына ғашиҡ кешеләргә еткерҙе.
Бөгөн иртән иһә аҡлы-ҡаралы фотоһы аҫтында шағирҙың тыуған көнө һәм бөгөнгө көн 27.03.2020 яҙылғанды күреп, нимә уйларға ла белмәнем. Күңел ышанырға теләмәне.
Һәр иртә: «Хәерле иртә, газиз замандашларым-инстадашларым», - тип кем яҙыр хәҙер…
Ауыр тупрағы еңел булһын.
Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин 1948 йылдың 1 авгусында Башҡортостандың Илеш районында тыуған. Оҙаҡ йылдар «Яшь ленинчы» («Сабантуй») газетаһын етәкләне. 1988-1994 йылдарҙа — Татарстан Балалар фонды рәйесе. 1995-2014 йылдарҙа - Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаты.
Роберт Миңнуллиндың өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә китаптары етерлек, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҙа байтаҡ.
Фото bashinform.ru
Читайте нас: