Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
8 Апрель 2020, 14:10

“Зөләйха күҙҙәрен аса” сериалын телевизорҙан ҡарағыҙ!

“Башинформ” мәғлүмәттәренә ярашлы, “Рәсәй 1” телеканалында “Зөләйха күҙҙәрен аса” сериалы башлана. Премьераның датаһы билдәле булды: 13 апрелдә киске сәғәт 9-ҙа. Ул аҙна буйы, 16 апрелгә тиклем бара.

Фильм яҙыусы Гүзәл Яхинаның билдәле романы буйынса режиссер Егор Анашкин тарафынан төшөрөлдө. Төп ролде Сулпан Хаматова башҡара.
“Әйтергә кәрәк, мин таң ҡалдым – фильм бик яҡшы төшөрөлгән. Әлбиттә, баштан уҡ етешһеҙлектәр булыр тип ҡурҡмаһам да, шик-шөбһә тыуғайны, ниндәйҙер кимәлдә хәүефләнә инем: режиссер йәш (ҡулынан килерме?), дәүләт каналы (ваҡиғаны арттырып ебәрмәҫме, дөрөҫ итеп күрһәтерме?). Режиссер Егор Анашкин үҙ бурысын үтәп кенә ҡалманы, ул сериалға ҡарағанда тулы метражлы картинаға яҡын булған ысын мәғәнәһендә “текә” фильм төшөрҙө”, – тип яҙған Гүзәл Яхина.
Мәғлүм булыуынса, “Зөләйха күҙҙәрен аса” китабы буйынса спектакль тәүге таҡыр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тарафынан ҡуйылғайны. Ул Рәсәйҙең “Алтын битлек” театраль премияһы баһалама комиссияһының махсус призына лайыҡ булды.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: