Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 16:15

Милли кейемебеҙҙе донъяға танытайыҡ!

Краснокама районы Милли костюмдар көнө сиктәрендә уҙғарылған флешмобҡа әүҙем ҡушылды.

Башҡортостан хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы республика халыҡтарының милли костюмдар көнө 17 апрелдә онлайн форматта ойоштороласаҡ.

Уның сиктәрендә уҡыусылар өсөн ”Милли башҡорт костюмы”, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың милли кейемдәре, донъя мәҙәниәте тураһында асыҡ онлайн дәрестәр үткәреләсәк.

Шулай уҡ башҡорт һәм рус халыҡтарының милли костюмдарындағы ҡайһы бер элементтарҙы эшләү буйынса онлайн оҫтаханалар, социаль селтәрҙәрҙә онлайн флешмоб, милли музейҙар залдарында виртуаль күргәҙмәләр, “Мин милли костюмда”тигән һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленың фондынан Рәсәй халыҡтары бейеүен күрһәтеү буйынса флешмобтар ойоштороласаҡ.

Читайте нас: