Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 18:25

ҠЫҘҘАРЫ ЛА ҠЫҘҘАРЫ!

Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Нефтекама ҡалаһы 19-сы һанлы «Аҡ сәскә» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Ғимаева ла милли кейем флешмобына ҡушылды.

Эпидемиологик хәлгә бәйле байрам онлайн форматында үтә.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Үҙенсәлек. Мәҙәниәт. Тарих. Этномода. Стиль» интернет-флешмобына ҡушылыра теләгән һәр кем милли кейемдәге фотоны #милликейем #национальныйкостюм #мкрб #рцнтрб #мыедины #беҙберҙәм хештегтары менән социаль селтәргә һалырға тейеш..
- Милли кейем - милли төҫ кенә сағылдырмай, - ти Лилиә Мирхәт ҡыҙы. – Халыҡтың тарихын да күрһәтә, һәр милләт кейемендә үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәр бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын онотмайыҡ.
Читайте нас: