Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 20:15

"Донор булып ҡал" марафоны башланды

20 апрелдә Рәсәй буйынса өс көнлөк “Донор булып ҡал” марафоны старт алды. Ҡан хеҙмәтен үҫтереү дәүләт программаһы һәм “Молодежка ОНФ” Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты тарафынан ойошторолған акция Милли донор көнөнә арнала.

Шулай итеп, 20-22 апрелдә иртәнге 8.30 сәғәттән башлап һәр кем ҡан ҡойоу станцияһына килеп, Бөтә Рәсәй марафонында ҡатнаша ала. “Молодежка ОНФ” командаһы ағзалары ҡайҙа тәү сиратта ҡан запасын тулыландырырға кәрәк, шул төбәктәрҙә донор акциялары үткәрҙе. Мөһим саралар Мәскәүҙә, Тывала уҙҙы, Воронеж да уға ҡушылды.
Тыва Республикаһының ҡан ҡойоу станцияһы запасы дүрт литрға тулыланған. Донорҙар командаһына йәнә һигеҙ йәш кеше өҫтәлгән, һәр береһе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән.
"Көн һайын республикаға 8800 литр ҡан талап ителә, әле көн һайын уртаса 35 донор ҡан бирә. Был бик яҡшы күрһәткес", - тип белдергән Тываның ҡан ҡойоу станцияһы баш табибы урынбаҫары Алдынай Монгуш.
Воронежда “Молодежка ОНФ” командаһының 15 ағзаһы акцияла ҡатнашып, ҡан запасын алты литрҙан ашыуға тулыландырған.
"Һеҙҙең ярҙамығыҙ онкология сирҙәренән яфаланған балаларҙы үлемдән йолоп алып ҡаласаҡ, бер донор өс кешене ҡотҡара ала! Өҫтәүенә ҡан тапшырыу организм өсөн файҙалы, ул таҙарта, күп кенә хроник ауырыуҙар хәүефен кәметә", - тигән донор Светлана Мишанова.
Илдә эпидемиологик хәл ҡатмарлы булһа ла, ҡанды элеккесә тапшырырға кәрәк. Әгәр кеше һау-сәләмәт, инфекция йоҡторғандар менән бәйләнештә булмаған һәм карантинда түгел икән, уға ҡан тапшырырға мөмкин. Табиптар әйтеүенсә, донор ҡаны компоненттарын һаҡлау ваҡыты сикләнгән. Әгәр ҙә ҡан тапшырыусылар булмаһа, табиптарҙың онкология сирҙәре менән өҙлөкһөҙ көрәшенең хәүеф аҫтында ҡалыуы ихтимал".
Акцияла ҡатнашыу ҡағиҙәләренә бәйле һорауҙар менән 8-800-333-33-30 телефонына шылтыратырға мөмкин. Шулай уҡ оставайсядонором.рф сайты эш башланы, унда донорлыҡҡа әҙерләнеү буйынса тәҡдимдәр һәм кәңәштәр урынлашасаҡ.
Фото: "Центр крови" сайтынан.
Автор: Дина Арсланова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: