Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Апрель 2020, 23:45

Киләсәккә нигеҙ бөгөн һалына

Ҡалтасы районы баҫыуҙарында эш ҡайнай

Яҙғы баҫыуға иң беренселәрҙән булып Яңы Килбахты ауылынан Зайникаевтың аграр хужалығы сыҡты. Улар эште күп йыллыҡ үләндәрҙе тырмалатыуҙан башланы. Баҫыуҙа өс агрегат эш башҡара, береһендә хужалыҡ башлығы үҙе лә эшләй.

- Айырыуса трактор йөрөгән ерҙәрҙе тырмалайбыҙ, яҙын орлоҡ сәсеү өсөн ерҙе көҙ көнө һөрөп ҡуйған инек, - ти хужалыҡ башлығы Василий Фридрих улы. - Төнөн туңдыра, ә көндөҙ ҡояш нурҙары дымлы ерҙәрҙе тиҙ иретә. Шуға тиҙ арала тырмалап, орлоҡтарҙы 300 гектар баҫыуға сәсеп ҡуйырға кәрәк.
Был хужалыҡта үҙ эшен белгән тырыштар ғына эшләй. Ер эшен, эҫе, күпереп бешкән икмәктең өҫтәлгә нисек килеп етеүен улар ғына белә. Василий Зайникаев менән бергәләп тәжрибәле тракторсылар Виктор Иргибаев һәм Алик Николаев агрегаттарҙа ял белмәй ер тырмалай.

Оло Ҡасаҡ ауылының «Еңеү» ауыл хужалығы баҫыуҙарында күп йыллыҡ үләндәр 785 гектар ерҙе биләй, ауылда малсылыҡ хужалығы көндән-көн үҫешә. Яңы төҙөлгән мегафермала меңләп һыйыр үрсетәләр. Ҡышҡылыҡҡа малдар өсөн йөҙ тонналап бесән һәм сенаж әҙерләргә кәрәк буласаҡ. Ай башынан баҫыуҙа күп йыллыҡ үләндәрҙе тырмалатыр өсөн агрегаттар эш башланы. Агрегаттарҙа Дамир Мөхәмәтйәнов, Игорь Миннихузин һәм Артем Шәкирйәнов эшләй.
Бөгөнгө көндә орлоҡтарҙы ағыулап сәсеү өсөн әҙерлек эштәре бара. Райондың агроном-консультанты Борис Мухтаром әйтеүенсә, орлоҡтарҙы сәсеү алдынан ике аҙна алдан химикаттар менән эшкәртергә кәрәк, сөнки шул ваҡытта химикаттар орлоҡтарға һәйбәт беркә һәм ямғыр, тупраҡ һыуҙары уны йыуҙырмай. Яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында эшселәре ашатыу ҙа яҡшы ойошторолған. Ашнаҡсы Жанна Мөхәмәҙиева тәмле ҡайнар аш менән ауыл хужалығы эшсәндәрен һыйлай.
Районда Ҡалмаш ауылындағы Михаил Казачеевтың крәҫтиән-фермер хужалығы ла яҙғы баҫыу эштәрен беренселәрҙән булып башланы. Баҫыуҙа фермер хужалыҡ башлығы үҙе һәм механизатор Генадий Быков эшләй. Улар бергәләп 200-ҙән ашыу ерҙе тырмалатҡан да инде. Орлоҡтар сәсеү эшенә лә тотонған.
Лилиә Дәүләтова.
Читайте нас: