Быйыл яҙ иртә килде: ҡояшлы көндәрҙә баҫыу-болондарҙа ҡалын ҡар ҡатламы бик тиҙ иреп юҡҡа сыҡты. Яңауыл районы аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен шуға ла иртәрәк башланы.
Яңауылдар апрель башында баҫыу эштәренә сыҡты. Ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Рәлиф Сәлимйәнов хәбәр итеүенсә, «Юлдаш», «ИТС-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә һәм башҡа хужалыҡтарҙа ҡыр эштәренә старт апрелдең беренсе көндәрендә бирелгән.
Хужалыҡ яҙғы баҫыу эштәренә ентекле әҙерләнгән, баҫыуҙарҙы туҡландырыу өсөн минераль ашлама бар. Сифатлы орлоҡҡа ла ҡытлыҡ булмаясаҡ, уны алдан хәстәрләп, яғыулыҡ-майлау материалдарын туплағандар.
«Дружба» һәм «Колхоз Восток» хужалыҡтары шулай уҡ ай башында күп йыллыҡ үләндәрҙе тырмалауға сыҡты.
«Колхоз Восток»тан Әлфит Шәрәфисламов, Андрей Нәсибуллин, Максим Шакиров беренселәр булып эшкә башланы. Етәкселек уларҙың һәр береһенең намыҫлы, эшһөйәр һәм уңған булыуын билдәләй.
- Ауыл эшсәндәренең хеҙмәт хаҡы яҡшы ғына, эш һөҙөмтәләренә ҡарап, премия ла бирелә. Социаль яҡлауҙар ҙа бар, - ти егеттәр.
– Бер көн менән йәшәргә ярамай, шуға ла иҫкергән техниканы ремонтлап, ҡабаттан эшкә егәбеҙ, яңыларын да ҡәҙерләп тотона егеттәр, – ти хужалыҡтың баш инженеры Григорий Әхтәриев. – Быйыл ҡыш «Т-150» тракторын ремонтланыҡ.
Уның һүҙҙәре буйынса, иҫке тракторҙан рама һәм күпере генә ҡалған, шулай булһа ла, яңыртыу яңы трактор алыуға ҡарағанда икеләтә осһоҙға төшкән. Әйткәндәй, был техника «Агрокомплекс-2020» форумында күргәҙмәлә ҡатнашҡан.
Бынан тыш ҡышын «КомбиМастер-9000» сәсеү комплексы ла алғандар.
Район ауыл хужалығы идараһы баш инженеры Илдар Ғәрифйәнов әйтеүенсә, был хужалыҡта ла, башҡаларында ла паркты тулыландырыу һис ҡасан да туҡтағаны юҡ. Мәҫәлән, «Восток»тан башҡа ошо сәсеүгә «Агро М» «К-730» тракторы алған, «Еңеү» хужалығының Йөгәмәш бүлексәһендә «К-700» тракторы капиталь ремонтлана.
Ғөмүмән, хужалыҡтар яҙғы баҫыу эштәренә ентекле әҙерләнгән, баҫыуҙарҙы туҡландырыу өсөн минераль ашлама бар. Сифатлы орлоҡҡа ла ҡытлыҡ булмаясаҡ, уны алдан хәстәрләп, яғыулыҡ-майлау материалдарын туплағандар.
Яңауыл аграрийҙары ошо көндәрҙә #мыдлявасбезвыходных Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Был сарала баҫыуҙа эшләүсе хеҙмәтсәндәр ҡатнаша. Улар беҙҙең өҫтәлдәрҙә ит, һөт, май, икмәк, йәшелсә булһын өсөн тырышып хеҙмәт итә, хатта ялһыҙ эшләй.
Белешмә
Быйыл республикала өс миллион гектар майҙан сәселәсәк. Был былтырғы менән сағыштырғанда биш процентҡа күберәк. Быйыл ҡышҡы культуралар 136 мең гектарға күберәк сәселгән, ҡарабойҙай өсөн баҫыуҙар 100 мең гектарға арттырылған.
Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса ҡышҡы культураларҙың һәләк булыуы 6-8 процент тәшкил итә. Бының сәбәбе – көҙ көнө орлоҡтарҙың сибек булыуы, дымланыуы һәм һыуланыуы, шулай уҡ технологияларҙы үтәмәү.
Быйыл миҙгел баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн 80 мең тонна минераль ашлама талап ителә.
Барлығы сәсеү эштәрен үткәреү өсөн 13,55 миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ. Был былтырғы менән сағыштырғанда ете процентҡа күберәк.
Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында республика етәкселеге тармаҡҡа өҫтәмә 1,8 миллиард һум аҡса бүлгән.