Ҡурай
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 16:30

Ә ҺЕҘ ГӘЗИТ АЛДЫРАҺЫҒЫҘМЫ?

Рауза Миңнеғәлиева «Ҡурай» гәзитен яратып уҡый. Туған телде белергә, өйрәнергә кәрәк, тип иҫәпләй Рауза Арыҫлан ҡыҙы. 87 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә гәзит-журналдарҙы күҙлекһеҙ уҡый ул.

Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәгән гәзит тормошто матурлай, ти Рауза Арыҫлан ҡыҙы.
Илеш районы Лаяшты ауылында йәшәй ул. Нефтекама ҡалаһында йәшәгән ейәне Лилиә ай һайын өләсәһенә «Ҡурай» гәзитен алып ҡайтып бирә. Рауза апай гәзиттең бер битен дә ҡалдырмай уҡырға күнеккән.
Читайте нас: