Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 15:15

Үҙе һуғышта ҡатнашҡан, хәләле лә фронтовик

Фронтта йыл ярым ғына булыуына ҡарамаҫтан, Мөнзиә Хәбибулла ҡыҙы Хәбибуллина II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

Һуғыш башланған йылды Мөнзиә Хәбибуллина 19 йәштә була. Билдәле инде, бөтә совет йәштәре кеүек, ул да фронтҡа китергә ынтыла. Беҙҙең ғәскәрҙәр дошманды тиҙ генә еңеп ҡуйыр ҙа, фронтҡа барып етә алмай ҡалырбыҙ, тип борсола күптәр һуғыш башланған йәйҙә. Ҡанҡойғос һуғыштың оҙаҡ 4 йылға һуҙылырын ул ваҡыттарҙа бер кем дә хатта күҙ алдына ла килтермәй, сөнки халыҡта илебеҙҙең оборона ҡеүәтенә ышаныс бик ҙур була. Әйтергә кәрәк, йәш ҡыҙҙың теләге бик тиҙ тормошҡа аша. 1941 йылдың июнендә Башҡортостандан фронтҡа беренсе булып оҙатылыусы 50 комсомол араһында Мөнзиә Хәбибуллина ла була.
Өфө районындағы хәрби лагерҙа бер нисә көн әҙерлек үткәндән һуң, ҡыҙҙарҙы йөк машиналарына ултыртып, Сталинград йүнәлешендә юлға сығалар.
Бер аҙнанан күберәк барғандан һуң, автомобилдәр колоннаһына фашист самолеттары һөжүм итә. Бер нисә секунд эсендә оло юл өҫтө мәхшәргә әүерелә. Машиналарҙы ялҡын сорнап ала, бомбалар шартлаған, пулеметтар тыҡылдаған тауышҡа яралыларҙың ыңғырашыу ауаздары ҡушыла. Шулай итеп, әле ҡыҙҙар фронт линияһына барып еткәнсе үк, һуғыштың ни ҡәҙәр ҡурҡыныс булыуын үҙ күҙҙәре менән күрә, ҡайһылары хатта яраланырға ла өлгөрә. Утлы мәхшәр тынғандан һуң, бер нисә ҡыҙҙың мәйетен юл ситендәге ҡайын төбөнә ерләргә лә тура килә.

Мөнзиә ултырған машина эргәһендә лә бомба шартлай. Уның тулҡынынан машина юл ситенә ауа. Мөнзиә ергә осоп төшә һәм көслө бәрелеүҙән аңын юғалта. Бәхеткә ҡаршы, бер нисә сәғәттән ул аңына килә һәм беренсе медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң аяғына баҫа.
Сталинградҡа килеп еткәс, Мөнзиәне зенит-артиллерия батальонына прожекторсы итеп билдәләйҙәр. Йәштәрҙе хәрби һөнәр үҙенсәлектәренә өйрәтеү мөмкинлеге булмай, сөнки Сталинградтың үҙ юлдарында ҡаҡшамаҫ ҡәлғә булып баҫыуы менән бер нисек тә ризалашырға теләмәгән фашистар ҡалаға туҡтауһыҙ ут яуҙыра. Көндөҙөн артиллерия снарядтары осһа, төндәрен бомбалар яуа. Ә немец самолеттарын туҡтатыуҙың иң һыналған юлы – прожекторҙар. Шуның өсөн прожекторсылар ҡояш байыу менән вахтаға баҫа һәм таң атҡанға ҡәҙәр керпек тә ҡаҡмайҙар. Уларҙың төп бурысы – күктәге өҙлөкһөҙ шау-шыуҙа дошман самолетын айырып алып, уның күпме бейеклектә, ниндәй тиҙлектә осоуын билдәләү, унан ике прожектор нурының “ҡайсыһына” эләктереп, беҙҙең зенитсылар бәреп төшөргәнгә тиклем ысҡындырмай тотоу.

Прожекторсылар шулай уҡ беҙҙең самолеттарға төн ҡараңғылығында аэродромдан күтәрерлергә һәм билдәләнгән бурысты үтәгәндән һуң кире ергә төшөргә ярҙам итә.
Үҙҙәре иһә бөтөнләй яҡланмағандар. Нур көлтәһен ҡабыҙыу менән прожектор дошман самолеттары өсөн бик яҡшы сәпкә әүерелә лә ҡуя. Көслө нурҙар йоғонтоһондә күреү һәләтен тамам юғалтҡан дошман осоусылары паникаға бирелеп, бомбаларын йыш ҡына прожекторсылар өҫтөнә яуҙыралар. Шунлыҡтан прожекторсылар араһында һәләк булыусылар айырыуса күп була.

Шундай төнгө һөжүмдәрҙең береһе ваҡытында Мөнзиә эргәһендә бомба шартлай. Уның ярсыҡтары йәш ҡыҙҙың башын һәм аяғын ауыр яралай. Шулай итеп, 1942 йылдың аҙағында Мөнзиә Хәбибуллина өсөн һуғыш тамамлана. Госпиталдә оҙаҡ ҡына дауаланғандан һуң, уны тыуған яғына ҡайтаралар.
Фронтта йыл ярым ғына булыуына ҡарамаҫтан, Мөнзиә Хәбибулла ҡыҙы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

Мөнзиә Хәбибуллинаның һуғыштан һуңғы тормошо ла ҙур батырлыҡтарға тиң. Фронтовик Мәҙехәт Шафиҡов менән ғаилә ҡороп, улар 7 балаға бүмер бирә. Ата-әсәһенә оҡшап балалары ла бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә. Шуға ла тормошта бөтәһе лә үҙ урынын таба, илгә игелекле кеше булалар, ир-егеттәрҙең Тыуған ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр.

Өлкән улдары Фларит ауылында төпләнеп, колхозда эшләй. Рәфит тә тыуған ауылында төпләнә, шофер һөнәрен үҙләштереп, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләй. Донъялар буталып китеп, ауыл ерендә эш табыуы ауырлашҡас, хеҙмәт юлдын Себерҙең нефть ятҡылыҡтарында уңышлы дауам итә.
Рәмил дә тормошон тыуған ауылы менән бәйләй, ул ғүмере буйына колхозда терлексе булып эшләй.

Рәфил менән Фәғил Нефтекама ҡалаһында төпләнә. Рәфил автозаводта механик, ә Фәғил иһә нефть промыселы аппараттары заводында хеҙмәт итеп, лайыҡлы ялға сығалар.
Фәнил Мәскәү өлкәһенә барып төпләнә. Ғүмере буйына шунда иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фларит, Рәфил, Рәмил һәм кинйәләре Фәғил был яҡты донъяла юҡтар инде. Ғүмерҙәре ҡыҫҡа булһа ла, улар тормошта үҙҙәре тураһында матур иҫтәлектәр ҡалдырған.
Мөнзиә апай менән Мәҙехәт ағай бәхетле оҙон ғүмер кисерә. Оҙаҡ йылдар элемтә бүлексәһендә Мөнзиә апай телефонистка, Мәҙехәт ағай етәксе вазифаһында эшләй. Лайыҡлы ялға сыҡҡас өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтерәләр, ихата тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.

Мөнзиә апай бер нисә тапҡыр Өфөгә һәм Сталинградҡа, һуғыш юлын бергә үткән фронтовиктар менән осрашыуға ла барып ҡайта. Уларҙы мәктәпкә уҡыусылар менән осрашыуҙарға ла йыш саҡыралар. Бына шулай, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, тормоштоң йәмен һәм тәмен белеп йәшәп, бер-бер артлы донъя ҡуя улар.

Мөнзиә менән Мәҙехәт Шафиҡовтарҙың вафатына сирек быуатҡа яҡын ваҡыт үткән, ләкин улдары Фәрит менән килене Сәмиғә улар тураһындағы яҡты иҫтәлекте ҡәҙерле йәдкәр итеп һаҡлай.

Фәрит 1948 йылда ғаиләлә икенсе бала булып тыуған. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡығанда Башҡорт дәүләт университетында уҡыусы Баймаҡ районы ҡыҙы Сәмиғә менән танышып, ғаилә ҡора.
– Ауылдашым Рушания Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый ине. Уның хәлен белергә барғас, дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә йәшәгән иптәш ҡыҙы Сәмиғә менән таныштыҡ. Тора-бара танышыу ҡауышыуға килтерҙе. Өлкән ҡыҙыбыҙ Айгөл Өфөлә тыуҙы, – тип иҫкә ала ул ваҡыттарҙы Фәрит Мәҙехәт улы.

Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәштәрҙе Краснокама районына эшкә ебәрәләр. Бында Фәрит Мәҙехәт улын “Ҡыҙыл партизан” колхозына баш агроном итеп тәғәйенләйҙәр. Алты йылға яҡын ул хужалыҡтың партия ойошмаһын да етәкләй. Тағы ла 10 йыл Арлан ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе йөгөн тарта. 2008 йылда 60 йәшен тултырып, лайыҡлы ялға сыға.

Ә Сәмиғә тәүҙә Уразай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, артабан Арлан урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте, һуңыраҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта. Ваҡыты еткәс уға ла пенсия билдәләйҙәр, ләкин лайыҡлы ялға оҙатырға ашыҡмайҙар. Үҙ эшенең оҫтаһы, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаусы Сәмиғә менән мәктәп коллективы хушлашырға һис кенә лә теләмәй.

Краснокама районы тупрағы Шафиҡовтар ғаиләһе өсөн бәрәкәтле була: бында уларҙың тағы ла ике балалары – улдары Илнур һәм ҡыҙҙары Ильвира тыуа. 1980 йылда ғаилә Можары ауылының Колхоз урамында иркен, күркәм йорт тергеҙә.

Бөгөнгө көндә Сәмиғә һәм Фәрит Шафиҡовтар икеһе дә лайыҡлы ялда. Ләкин ҡул ҡаушырып өйҙә ултырмайҙар. Йәйен йорттары сәскәләргә күмелә, еләк-емешен, йәшелсәһен үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Һуғымға йыл һайын быҙау һатып алып һимертәләр.

Шуныһын айырым билдәләргә кәрәк, Сәмиғә апай һәм Фәрит ағай өсөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айыруса ҡәҙерле. Һуғыш ветерандары булған ата-әсәләре менән сикһеҙ ғорурлана улар. Бындай ғорурлыҡ хисен улар балалары һәм ейәндәрендә лә тәрбиәләгән. Сөнки үҙ тамырҙарын, ата-бабаһын ихтирам итеүселәрҙең генә Тыуған иленең ысын патриоттары булыуын яҡшы аңлайҙар.
Рим Әхмәтов.
Читайте нас: