Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 00:10

Юлдар ремонтлана

Нефтекама ҡалаһында ҡайһы бер урамдарҙа соҡорҙар ямалһа, башҡаларында иһә асфальт тулыһынса түшәлә

«Вирус – вирус менән, ә төҙөкләндереү эштәрен бер кем дә туҡтатмаған. Быйыл юлдар төҙөү һәм ремонтлау буйынса пландарыбыҙ ҙур. Дөйөм алғанда, был эштәргә 15,5 миллиард һум аҡса тотонасаҡбыҙ. Регионда асфальт түшәүҙе быға тиклем апрель айында башлағандары юҡ ине! Республикала асафальт-бетон заводтары эшләй башланы», – тине Республика Башлығы Радий Хәбиров юлдарҙы төҙөү һәм ремонтлау сезонын асып.

Нефтекамала быйыл соҡорҙарҙы һалҡын асфальт технологияһы менән ремонтлау марттың беренсе декадаһында уҡ башланды. «Танып» подряд ойошмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡала округында соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса тендерҙа еңеп сығыу менән эшкә тотондо. Һуңынан көндәр һыуыныу һәм коронавирус инфекцияһы янау сәбәпле, эштәр бер аҙға туҡтап торһа ла, тиҙ арала яңынан яйға һалынды. Ҡайһы бер урамдарҙа соҡорҙар ямалһа, башҡаларында иһә асфальт тулыһынса түшәлде.

Уңайлы тәбиғәт шарттары 20 марттан һуң урамдарға ҡайнар асфальт түшәүгә булышлыҡ итте. Беренсе сиратта Ташҡын ауылы яғынан ҡалаға инеү юлы, Тракт урамы, Николо-Березовка шоссеһы, Комсомол проспекттары ремонтланды.

– Әлеге ваҡытта Николо Березовка шоссеһы – Тракт урамдарында эштәр тамамланыуға бара, артабан Комсомол проспектына, унан һуң Ленин урамына күсәбеҙ. Ҡала хакимиәте менән берлектә эш итәбеҙ, шуға ла уларҙан күрһәтмә көтәбеҙ – ҡайҙа юлдарҙы ремонтлауҙы беренсе сиратта башҡарырға кәрәк, шунда барабыҙ, – тине «Танып» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте техник директоры Аветик Нргеян.

Эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыу өсөн предприятиела бөтә шарттар ҙа бар: эшселәр етерлек, кәрәк булһа, урындағы ресурстар йәлеп ителә, битум, ваҡ таш миҙгелгә етерлек итеп алып ҡуйылған, юл техникаһы паркының хәле яҡшы.
Юлдарҙы ремонтлау яҙын һәм йәйен дә туҡталып тормаясаҡ, шуға ла был алда торған ҙур эштәрҙең башы ғына.
Дөйөм алғанда быйыл Нефтекамала 20 миллион һумға 22 161 квадрат метр юл ремонтлау ҡаралған: уларҙың 247 квадрат метры – һалҡын, 21 914 квадрат метры ҡайнар асфальт технологияһы буйынса.

Тротуарҙарҙы ремонтлау ҙа башҡарыласаҡ. Эштәр Социалистик урамының йоп һанлы өйҙәре яғынан башланып, Юбилей проспектынан Еңеү урамына тиклем барасаҡ. Нефтекамала дөйөм алғанда 30 миллиондан артығыраҡ һумға 8 километр йәйәүлеләр тротуарын төҙөкләндереү һәм ремонтлау күҙ уңында тотола.

Беренсе сиратта Комсомол проспекты, Парк урамынан Ленин урамына тиклем һуҙылған 523 метрлыҡ йәйәүлеләр юлы тураһында һүҙ бара. Бында «Саған бульвары» периметры буйлап ағастар ултыртыу, туҡталҡаларҙы киңәйтеү, гранит бордюрҙар урынлаштырыу ҡаралған. Комсомол проспектынан Төҙөүселәр урамына тиклем һуҙылған тротуар участкаһы ла ремонтланасаҡ.

Комсомол проспекты башын реконструкциялау планлаштырыла, был иһә үҙ сиратында проспектты Тракт урамына тиклем оҙонайтыуға, Төҙөүселәр һәм Тракт урамдарын ҡушыуға булышлыҡ итәсәк.
Шулай уҡ планда Социалистик, Зодчих, Еңеү, Парк, Ленин, Төҙөүселәр, Юл, Кувыкин урамдарының тротуарҙарын ремонтлау.
Лилиә Насртдинова
Читайте нас: