Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Георгий таҫмаһы» акцияһына ҡушылығыҙ

«Георгий таҫмаһы» акцияһы старт алды, тик ул быйыл COVID-19 пандемияһына бәйле икенсе форматта уҙасаҡ.

«Георгий таҫмаһы» акцияһы старт алды, тик ул быйыл COVID-19 пандемияһына бәйле икенсе форматта уҙасаҡ. Биш йыл дауамында Еңеү ирекмәндәре сараны уҙғарыуҙа ярҙам итә – Рәсәйҙә һәм сит илдә 15 миллион таҫма таратылған. Еңеү символы һәр кем ѳсѳн ҡәҙерле. Быйыл иһә килеп тыуған хәлгә бәйле ойоштороусылар уны башҡасараҡ итеп үткәрергә тәҡдим итә. Бының ѳсѳн георгий таҫмаһы менән фотоға тѳшѳп, ни ѳсѳн был акция мѳһим булыуы тураһында тарих яҙып һалырға кәрәк. Постҡа #георгиевскаяленточка һәм #лучшедома хештегтарын ҡуйырға онотмағыҙ.
Кемдең таҫмалары һаҡланмаған, улар ѳсѳн “Instagram” социаль селтәрендәге рәсми биттәге хәрәкәттә виртуаль георгий таҫмаларын табып, уны фотоға һалырға мѳмкин. Ирекмәндәр уларҙы коронавирус ваҡытында эшләгән магазиндарға һәм дарыуханаларға, шулай уҡ алғы сафта торған медицина, полиция һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренәтапшырған.
- «Георгий таҫмаһы» акцияһы Еңеү кѳнѳнѳң тѳп символына әйләнде. Коронавирус та сараны ойоштороуҙы туҡтатмаҫҡа тейеш. Тѳрлѳ юлдар әҙерләнек, шул иҫәптән онлайн-форматты. Еңеү символына хѳрмәт менән ҡарау һәм Тыуған ил ѳсѳн кѳрәшкәндәрҙең бѳтәһе тураһында ла иҫтәлек һаҡлау мѳһим! 9 майҙа ғына түгел. Быйыл акция 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй, - тип белдерҙе “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәтенең Башҡортостан буйынса етәксеһе Александр Юдин.
Октябрьский ҡалаһында һәм Кѳйѳргәҙе районында Еңеү ирекмәндәре әле эштә булған хеҙмәткәрҙәргә Еңеү символын тапшырғандар ҙа инде.
Фото: “Башинформсайтынан.
#георгиевскаяленточка
#лучшедома
Автор: Рәмилә Мусина
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru

Читайте нас: