Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кишер сәсеү нескәлектәре

Кишер сәсеү ҙә булдымы эш, тимәгеҙ. Тамыраҙыҡты сәсеүҙе еңелләштереү, һирәкләтеп мәшәҡәтләнмәү алымдары буйынса белгестәрҙең кәңәштәренә күҙ һалыу һис тә зыян итмәҫ.

Кишер орлоғо тиҙ генә шытым бирә алмай, сөнки уның тышында эфир майҙары күп, тап улар һыуға эскә үтергә һәм шытымдарҙы уятырға тотҡарлыҡ тыуҙыра. Һөҙөмтәлә түтәлдең бер урынында үҫентеләр сыға башлай, икенсе яғында бөтөнләй бер нәмә лә күренмәй. Күп хужабикәләр сыҡмаған кишер урынына яңыһын сәсеп ыҙалай. Был мәшәҡәттәрҙән ҡотолоу өсөн сәсер алдынан орлоҡто эҫе һыу (55–60 градус) аҫтында 30 минут тоторға һәм бер нисә сәғәткә “Гуми” биопрепараты ҡатнашмаһына һалып ҡуйырға кәрәк. Артабан сәсергә уңайлы булһын өсөн орлоҡтарҙы яҡшы итеп киптерергә. Был алым орлоҡтарҙың тиҙерәк сығыуын бермә-бер тиҙләтәсәк.
Ә инде һирәкләтеп ыҙаламаҫ өсөн бер грамм (сәй ҡалағының яҡынса 1/3 өлөшө) кишер орлоғона ике сәй ҡалағы ҡоро ҡом өҫтәп, яҡшы итеп бутарға. Артабан ҡатнашмаға тағы ҡом өҫтәп, күләмен тулы бер стакан итергә кәрәк. Әлеге күләм биш квадрат метр майҙандағы түтәлгә иҫәпләнгән.
Әгәр барыһын да дөрөҫ эшләһәгеҙ, берҙәм, тигеҙ, бер-береһенән тейешле арауыҡтағы шытымдар килеп сығасаҡ. Һөҙөмтәлә һирәкләтеп, өҫтәп сәсеп ыҙалауҙан ҡотоласаҡһығыҙ.
Фото: 7dach.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Фото otomatah.ru
Читайте нас: