Иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сараны асып, бизнес вәкилдәрен Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән тәбрикләйәсәк, сығыш яһаясаҡ.
Сара барышында көн һайын эшҡыуарлыҡ иртәлектәре, Бөтә Рәсәй конференцияһы, онлайн-эшҡыуарлыҡты ойоштороу буйынса оҫталыҡ кластары, уңыш ҡаҙанған йүнселдәрҙең сығышы көтөлә. “Wildberries”, “OZON”, “Mail.ru Group”, “Яндекс”, “AliExpress” топ менеджерҙары, йәмәғәтселек һәм үҫеш институттары вәкилдәре, иҡтисадсылар – аҙналыҡтың спикерҙары.
Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сайтына программа ҡуйылған. Унда форумда ҡатнашырға теләгәндәр теркәлә ала.
Ойоштороусылар фекеренсә, 2020 йылдың тотош донъя иҡтисадына саҡырыу ташлауы сәбәпле, тармаҡҡа ҡалыптарға ярашлы булмаған ҡарарҙар, төрлө йүнәлештәр талап ителә. Яңы шарттар үҙ продукцияң һәм хеҙмәттәреңде онлайн-иструменттар аша үҫтереү кәрәклеген дәлилләй. Был аҙналыҡ йүнселдәргә эшҡыуарлыҡты һанлаштырырға һәм көрсөктә лә яңы офоҡтарҙы күрергә ярҙам итер тип көтөлә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.