Ҡурай
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Шүлгәнташ" музейы быйыл әҙер була

Ыңғай үҙгәрештәр яҡында ғына аҡҡан Ағиҙел йылғаһы ярына ла ҡағыласаҡ. Бында пляж зонаһы, туристар килеп туҡтау урындарын төҙөү буйынса эштәр башланасаҡ.

“Шүлгәнташ мәмерйәһен ябалар, унда бер туристы ла индермәйәсәктәр, ҡурсаулыҡ янында мәмерйәнең макетын төҙөйәсәктәр ҙә, барыһы ла үҙенсәлекле ҡомартҡы менән шунда ғына таныша аласаҡ. Был дөрөҫмө?”
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығында экскурсовод булып эшләгән осорҙа туристар тарафынан иң йыш бирелгән һорау ошо ине. Хәҙер килеп, биш йыл үткәс, был хәбәрҙәргә асыҡлыҡ индерелде, тарихи-мәҙәни статусын алған объекттың төп маҡсаты – Шүлгәнташ мәмерйәһендә урынлашҡан палеолит осорондағы тәүтормош кешеләре тарафынан төшөрөлгән һүрәттәрҙе һаҡлап ҡалыу, сөнки был һүрәттәр урынлашҡан мәмерйә залдарына туристар инеп, ундағы һауа температураһы үҙгәреү һөҙөмтәһендә, үҙенсәлекле тарихи ҡомартҡыларға юйылыу ҡурҡынысы янай.
Проект буйынса, музей бинаһы өс ҡаттан тора, уның майҙаны 4 мең квадрат метрҙан ашыу. Бында тәүтормош кешеләре төшөргән һүрәттәрҙең һәр һыҙаты, һәр нескәлегенә тиклем оҡшаш күсермәләренән тыш, ғилми-эҙләнеү үҙәге, фондһаҡлағыс, археологик экспонаттар музейы, төрлө форумдар өсөн тәғәйенләнгән ике зал урынлашасаҡ. Объектты төҙөү өсөн 350 миллион һум аҡса бүленгән.
“Мәмерйәнең музейы үҙенең аналогтарынан күпкә уҙҙырып, заманса һәм һәр кем күрә алырлыҡ объект буласаҡ. Ул, төп тәғәйенләнешенән тыш, эре ғилми-эҙләнеү, мәғариф һәм милли мәҙәниәт үҙәге лә. Төҙөүселәр беҙгә объектты тапшырғас, уның эстәлегенә күсәсәкбеҙ”, – ти Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
Шүлгәнташ мәмерйәһе, ошо уҡ исемдәге ҡурсаулыҡ Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, донъяның төрлө төбәктәрендәге туристарҙы үҙенә ылыҡтыра. Күптән түгел был төбәктә баштан-аяҡ үҙгәртеп ҡороуҙар башланды, һәм тулыһынса яңыртылған музей комплексы ошо йыл аҙағында әҙер булырға тейеш. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе:
“Шүлгәнташ” музейы һыҙаттары тулыһынса шул уҡ комплексты уратып алған Урал тауҙары рельефтарын ҡабатлаясаҡ, ә музейға ингән ер Шүлгәнташ мәмерйәһе ауыҙын хәтерләтәсәк.
Архитекторҙар барыһын да ентекләп уйлаған – 500 кешелек амфитеатр бинаның төньяғында урынлашасаҡ. Бында ғилми симпозиумдар, лекциялар үтәсәк, кино ҡарауҙар ойоштороласаҡ.
Был хозур урындың тәүтормош матурлығын һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ, бар эштәр оло һаҡлыҡ менән башҡарыла.
Мәмерйәгә, уның үҙенсәлекле экспонаттарына арналған замана экспозициялары өсөн “Шүлгәнташ” музей комплексында айырым залдар әҙерләнгән.
Ауыр мәлдәргә ҡарамаҫтан, проект өҫтөндә эш дауам итә, сөнки был объект барыбыҙ өсөн дә мөһим һәм кәрәкле. Музей комплексы йыл аҙағында әҙер буласаҡ”.
Объектты асыу 2021 йылға планлаштырылған, ул туристар һанын ишәйтеүгә килтереүе менән әһәмиәтле.
Ыңғай үҙгәрештәр яҡында ғына аҡҡан Ағиҙел йылғаһы ярына ла ҡағыласаҡ. Бында пляж зонаһы, туристар килеп туҡтау урындарын төҙөү буйынса эштәр башланасаҡ.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Шүлгәнташ ҡурсаулығында булғанда Данир Ғәйнуллин “Шүлгәнташ” комплексы тирәһендәге туристик зонаның үҫеше өсөн 6,5 миллион һум кәрәклеген әйтте. Төбәк етәксеһе был мәсьәләне хәл итергә ҡушты, алда әле күп бурыстар көткәнен, тарихи музей комплексының урындағы Бөрйән районы халҡын яңы эш урындары менән тәьмин итеүен, кесе бизнесты үҫтереүен дә билдәләне.
Фото: glavarb.ru
Автор: Айгөл Ғәбитова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: