Дөйөм алғанда, Өфө, Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Учалы зыяраттарына 1160-тан ашыу рейс башҡарыу планлаштырыла. Уларҙың күпселеге Өфөгә тура килә. Төньяҡ зыяратҡа – 200, ә Көньяҡҡа – 400-гә яҡын рейс.
Өфөнөң Көньяҡ зыяратын был шәмбе 30-сы «Пушкин сауҙа-сервис комплексы — СТО» һәм 30К «Башҡортостан» сауҙа үҙәге— СТО» маршруттары буйынса 29 автобус хеҙмәтләндерә. Бынан тыш, ошо зыяратҡа «Һалле урамы» туҡталышынан өҫтәмә автобустар йөрөй.