Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Мең бәләнән ҡотҡара

Яҙ менән бергә авитаминоз килә, тимәк, йәшелсә, еләк-емеш, йәшел тәмләткестәрҙе күберәк ашарға кәрәк. Күберәк укроп, петрушка, йәшел һуған, япраҡлы салат ашағыҙ.

Укроптың япраҡтарында В1, В2, С, РР, Р витаминдары, каротин, фолий кислотаһы, тимер тоҙо, фосфор, кальций һәм калий бар. Ул шулай уҡ эфир майҙарына бай. Укроп ҡан тамырҙарын киңәйтә, ҡан баҫымын төшөрә.

Петрушка – иң популяр һәм иң файҙалы тәмләткес. Унда кальций, магний, тимер, калий, фтор һәм фосфор бар. Йөрәк ауырыу­ҙарынан яфаланыусыларға уны күберәк ашарға кәңәш итәләр. Ул пародонтоз ваҡытында ла файҙалы.

Йәшел һуғанда иһә цинк, кальций, фосфор күп, шуның менән ул һөйәктәр өсөн файҙалы. Һуған иммунитетты яҡшырта, йөрәк-ҡан тамырҙарын нығыта.

Япраҡлы салат ҡан составын, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, аш һеңдереүҙе тиҙләтә, нервы системаһын тынысландыра, ҡан баҫымын төшөрә, организмдан насар холестеринды сығара.

Сельдерей – сәләмәтлек өсөн иң хәүефһеҙ тәмләткес. Унда С витамины, кальций тоҙо һәм фосфор бар. Ул ҡартайыу процесын әкренәйтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолорға булыша. Сельдерей тамыры магний, кальций, калий, марганец, тимер һәм цинкка бай. Уны шаҡмаҡлап турап йәки ыуғыста ыуып, салаттарға ҡушалар. Бешкән сельдерей тамыры бәрәңгене хәтерләтә.

Фото: ukrainianwall.com
Автор: Самат ҒӘЛИН әҙерләне
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: