Ҡурай
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Инйәрҙә “Һөт кухняһы”ның мобиль пункты асылды

Был сара “Демография” милли проекты ярҙамында мөмкин булды

Белорет районының Инйәр ауылында һөт аҙыҡ-түлектәрен ташыу ойошторолдо. Шулай итеп, “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы ойошмаһы бында ла бәләкәстәрҙе һөйөндөрҙө.
Был, әлбиттә, иң тәү сиратта йыраҡ ауылда йәшәгәндәр өсөн бик уңайлы. Мобиль пункт Инйәр ауылының Энергетиктар урамындағы 36-сы йортта урынлашҡан. Уның эшләү ваҡыты: 12-нән 14 сәғәткә тиклем.
Әле термоизоляциялы контейнерҙарҙа килтерелгән аҙыҡ-түлекте 37 бала ала. Урында йәшәүселәр аҙыҡ-түлекте алыу өсөн урын буйынса алмаштырыу йәки аңы адрес буйынса эшләү ваҡытынан ғариза яҙа ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Һөт кухняһы”ның бер йыл эшләү осоронда республикала тәүлегенә биш тоннаға тиклем һөттө эшкәртеү ҡеүәте булған алты етештереү урыны барлыҡҡа килде, 97 таратыу пункты, шул иҫәптән 26 – фирмалыһы, асылды. Бынан тыш, Өфө, Нефтекама ҡалалары, Өфө, Краснокама, Белорет, Туймазы, Бәләбәй һәм Ҡырмыҫҡалы райондарындағы 30 ауыл пунктында алып барып таратыу ойошторолған.
Әле ташламалы категорияға ҡараған 22 мең 705 бала һөт аҙыҡ-түлеген бушлай ала. Уны шулай уҡ “Һөт кухняһы” фирма магазиндарында, “Байрам”, “Йәрминкә”, “Әфлисун”, “Аҡсарлаҡ” һәм “Стерх” сауҙа селтәрҙәрендә алырға була.
Былар барыһы ла ил Президенты Владимир Путин ҡабул иткән май указына ярашлы “Демография” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите.
Фото: relaxmam.ru.
Читайте нас: