Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

800-ҙән ашыу кеше теләген тормошҡа ашырған

Иглинда күнекмәләр һәм ГТО комплексын тапшырыу өсөн майҙансыҡ асылды

Рәсәй көнө байрамы алдынан Иглинда күнекмәләр һәм ГТО комплексын тапшырыу өсөн майҙансыҡ асылды. Ул яңыртылған Еңеү паркында урынлашҡан. Яңы спорт майҙансығы “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” тип аталған федераль программаһы ярҙамында барлыҡҡа килде.
Хәҙер район үҙәгендә кардио һәм көс күнекмәләре башҡарыу өсөн урам тренажерҙары, ГТО комплексы һынауҙарын үтәү өсөн махсус платформалар, воркаут менән шөғөлләнеү өсөн турниктар, өҫтәл теннисы өсөн өҫтәл, стритбол уйнау өсөн ҡулса һәм балалар өсөн ҡаядром бар. Барлыҡ элементтар ҙа хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы резина япма өҫтөнә ҡуйылған. Оҙаҡламай һәр тренажерҙа уның менән нисек дөрөҫ ҡулланыу буйынса күрһәтмә эленәсәк.
– Хәҙер Иглин кешеләре саф һауала сәләмәт тормош рәүеше алып бара аласаҡ. Бындай майҙансыҡтар беҙҙең ауылда булғаны юҡ ине әле, – тине Иглин районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитетының баш белгесе Наталья Гордеева. – Хәҙер ГТО нормаларын тапшырыу тағы ла еңелләште, ни бары www.gto.ru сайтында теркәлергә, майҙансыҡтың мәғлүмәт стендындағы телефон буйынса шылтыратырға һәм тапшырыу ваҡытын һөйләшергә кәрәк. Былтыр 800-ҙән ашыу Иглин кешеһе был нормаларҙы тапшырҙы. Хәҙер был хәрәкәттә ҡатнашысылар күберәк булыр тип ышанам.
Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите
Фото: Иглин районы хакимиәте.
Читайте нас: