Спортсылар 28 километр аралыҡты, социаль дистанция һаҡлап, велосипедтарҙа уҙҙы. Һуғыш йылдарында был юлдан һалдаттарҙы фронтҡа оҙатҡандар һәм ҡаршы алғандар. Велоуҙышта ҡатнашыусылар өсөн турнир Үрге Тәтешле ауылында тамамланды. Улар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәләгенә ҡуйылған мемориалға сәскәләр һалды, уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.