Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Төп закон: үҙ фекереңде белдер

Яңауылда участка һайлау комиссиялары Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе үткәреүгә әҙер

25 июндән башлап Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау буйынса участка комиссияларында тауыш биреү бара. Яңауылда улар – 48, шуларҙың ун бишеһе - ҡалала, ҡалғандары ауылдарҙа урынлашҡан. Улар барыһы ла Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе бөтә санитар нормаларға ярашлы үткәреүгә әҙер.
Граждандар һайлау участкаларына үҙҙәренә уңайлы ваҡытта килә алһын һәм халыҡ күпләп йыйылмаһын өсөн, тауыш биреү 25 июндән 1 июлгә тиклем үтә. «Мобиль һайлаусы» системаһы граждандарға үҙҙәренә уңайлы участкала тауыш биреү мөмкинлеген бирә. Бөтә участкаларҙа ла индивидуаль һаҡланыу саралары бар. Участкаларға килеүселәргә ручка, бер тапҡыр ҡулланыла торған битлек, бирсәткә бирелә. Бюллетендар ҙа ҡулдан-ҡулға тапшырылмай.
Райондың территориаль-һайлау комиссияһы рәйесе Римма Ғәфиәтуллина һөйләүенсә, 29 июндең иртәнге 8 сәғәтенә барлығы 21 905 яңауыллы үҙ фекерен белдергән дә инде.
Читайте нас: