1 июлдә Яңауыл район ҡатын-ҡыҙҙар советы өҫтәл уйындары көнө үткәрҙе. Сара «Утты ҡабыҙығыҙ» социаль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо һәм унда насар күреүсе яңауылдар ғына ҡатнашып ҡалманы, шулай уҡ Ижау, Сарапул ҡалаларынан да ҡунаҡтар килгәйне. Улар барыһы бергә төрлө өҫтәл уйындарын уйнап көс һынашты. Бигерәк тә «Шоудаун» теннисын үҙ итеүселәр күп булыуы асыҡланды.