Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Күнекмәләр үткәрелә башлаясаҡ

Нефтекаманың “Торос” хоккей клубы 6 июлдә күнекмәләр үткәрә башлаясаҡ.

20 июлдән 1 авгусҡа тиклем команда Нефтекама ҡалаһы эргәһендәге профилакторийға урынлашасаҡ. Унда иһә күнекмәләр ҡәтғиләнәсәк, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте. Бынан тыш, “Торос” командаһы 9-ынан 12 авгусҡа тиклем – Ижевскиҙа, 16-һынан 19 авгусҡа тиклем – Пермдә, 26-һынан 29 авгусҡа тиклем Әлмәттә уҙғарыласаҡ миҙгел-ара турнирҙарҙа ҡатнашасаҡ. Өҫтәүенә 30-31 июлдә Пермдә Нефтекама Пермь командаһы менән уйнарға планлаштыра.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: