Ҡурай
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

9 июлдән «Бурыслы» оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды.

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлау һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу.

Штраф административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләнмәһә, ғәйеплегә түләнмәгән штраф суммаһынан икеләтә күләмдә штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр тәғәйенләнә.
Ә штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта, штраф суммаһынан 50% түләү мөмкинлеге бирелә.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре операция барышында водителдәрҙең бурысы булыу-булмауын тикшерә.
Түләнмәгән штраф хаҡында мәғлүмәтте Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының рәсми сайтында йәки госуслуги.ру сайтында алырға мөмкин.
Читайте нас: