Хаҡлы ялдағыларға аҙыҡ-түлек, дарыу алырға сығырға, элемтә салонына барырға рөхсәт ителә. Өлкән йәштәгеләргә шулай уҡ баҡсаға һәм зыяратҡа барып килергә мөмкин.
Бынан тыш, COVID-19 индереүгә һәм таралыуға юл ҡуймау буйынса төбәк оператив штабы 15 июлдән профилакторийҙар йәки шифахана-һауыҡтырыу лагерҙары, шулай уҡ айырым балалар һауыҡтырыу һәм мәктәп яны лагерҙары, балаларҙың хеҙмәт һәм ял лагерҙарының эшләй башлауын белдерҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы башлығының матбуғат хеҙмәтенән.