Йылытмала үҫтерелгән йәшелсәләргә ваҡытында һыу һибеп тороу, һауа температураһын һаҡлау мөһим.
Помидор, борос һәм баклажан ҡоролоҡто төрлөсә кисерә. Помидор тамырҙарын тәрәнгә ебәреп, дымды үҙе эҙләп таба. Әммә йылытмалағы помидорға – аҙнаһына 1, эҫелә аҙнаға 2 тапҡыр һыу һибергә кәрәк.
Борос ҡыҫҡа тамырҙары менән үҙе һыу таба белмәй, шуға асыҡ һауала ла, йылытмала ла уға аҙнаға 2-3 тапҡыр һыу һибеү кәрәк. Тупраҡтың 2 см тәрәнлектә ҡороуына юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ. Тамсылап һиптереү ҡоролмаһын ҡулланыу бигерәк тә яҡшы.
Баклажан ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы буйынса помидор менән борос араһындараҡ тора. Тамыр системаһы тупраҡтың 20-40 сантиметрлы өҫкө ҡатламында йәйелгән була. Шуға берәй аҙна ямғырһыҙ селләлә ултырһа, һәләк булыуы бар. Йылытмала былай ҙа эҫе, шуға аҙнаһына 1-2 тапҡыр һыу һибеп тороу зарур.
Иртән үҫемлектәрҙең япраҡтары һәленеп төшһә, тимәк, тупраҡ ҡороған, мәҫтән һыу һибергә кәрәк. Кисте лә көтөргә түгел, юғиһә көндөҙгө селлә хәлһеҙләнгән үҫемлектәрҙе бөтөнләй һәләк итеп ҡуйыр. Һыуһыҙланыуҙы япраҡтарҙың көн үҙәгендә һәленеп төшөүе менән бутарға ярамай – был мәлдә үҫемлектәр япраҡ майҙанын кәметергә тырышып бәлтерәй. Йәйге эҫелә яҡтылыҡ көсө 150 мең люкстан ашып китә, ә яҡты яратҡан үҫемлектәргә 20–30 мең люкс етә!
Июль йылдың иң ҡыҙыу айы булһа ла, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар үрсеүен дауам итә, айырыуса йылытмала күбәйәләр. Фитоспорин менән йыш эшкәртеү уларҙы кәметә. Июль башында был биопрепараттың паста һәм наногель (Фитоспорин-К Олимпийский) рәүешлеһен ҡулланыу яҡшы, уларҙың составында үҫеш стимуляторы Гуми, микроэлементтар бар. Июлдең икенсе яртыһында күп культуралар өсөн паста һымаҡ Фитоспоринды ҡулланыуҙы туҡтаталар, уның урынына гуматһыҙ Фитоспорин-М РеаниматоР һәм Золотая Осень шыйыҡсаларын, шулай уҡ онтаҡлыларҙы ҡулланалар. Был препараттар составында әҙер биологик әүҙем матдәләр – һаҡлаусы бактерияларҙың метаболиттары бар. 2 балғалаҡ шыйыҡ Фитоспоринды 10 л һыуҙа иретегеҙ ҙә иртә менән үҫемлектәрҙе эшкәртегеҙ. Был күләм 100 квадрат метрға етә.
Ҡоротҡостарға ҡаршы тирә-яҡ мөхиткә һәм кешегә зарарһыҙ сараларҙан битоксибациллин һәм лепидоцид биопрепараттары (Гуми+БТБ+ЛПЦ универсаль йыйылмаһынан), шулай уҡ Кыш-Вредитель серияһы тәҡдим ителә. БТБ һәм ЛПЦ япраҡ кимереүсе ҡоротҡостарға ҡаршы эшләй. Ни бары 5 көн көтөргә, шунан инде уңышты аҙыҡҡа ҡулланырға ла мөмкин. Кыш-Вредитель менән аҙнаһына бер эшкәртеү бөжәктәрҙе түтәлдәрҙән ҡыуыр йә юҡ итер. Биопрепараттар тиҙ тарҡала, йәшелсә-емешкә, еләктәргә эләкмәй.
Июлдә помидор, борос ҡыуаҡта өлгөрә башлай. Уларҙы өҙөп алғанда ботаҡты зарарлап ҡуймағыҙ. Июлдең икенсе яртыһында үҫемлектәргә фосфор менән калий бирергә онотмағыҙ (уңыш формалашыу өсөн ошо элементтар кәрәк), бының өсөн Гуми-Оми Осенний ҡулланығыҙ. Ә Богатый-Микро Комплексный препараты үҫемлектәрҙе хлороздарҙан ҡотҡарыр. Гибрид түгел, ә сортлы помидор һәм борос үҫтерһәгеҙ, 1-2-шәр йәшелсәне орлоҡҡа алып ҡуйғанда ла була – үҙегеҙгә таныш булған ышаныслы сорттың бик күп орлоғон яһап алырһығыҙ.