Ҡурай
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Юлдарҙа ла “градус” һис кәмемәй...

Үткән аҙнала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре руль артына эскән килеш ултырған водителдәрҙе иҫкәртеү буйынса рейд үткәрҙе. Һөҙөмтә аяныслы – ял көнөндә генә 172 иҫерек водитель тотолған. Араларында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар.

Рейдта ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов үҙе ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, йәй көнө руль артына эскән килеш ултырыусылар ике тапҡырға арта.
Бына бер иҫерек водитель үҙенең ғәйебен танымаҫҡа тырыша, әрләшә, ә алкотестер ҡанда алкоголдең ике тапҡырға артыҡ булыуын күрһәтә. Салонда унан башҡа йәнә биш кеше, шул иҫәптән, өс бала. Ҡанда 0,3 промилле алкоголь ике шешә һыра йәки бер стакан араҡы тигән һүҙ, ти инспекторҙар. Был хәл водителде йыл ярымға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн етә. Кеүәҫ тә, кефир ҙа тыйылған кондицияға етергә мөмкинлек бирмәй, был дөрөҫ түгел, тиҙәр.
Эңерҙән таң атҡанға тиклемге арауыҡта эскесе водителдәрҙең күпселеге юлда була. Тәүге ярты йыллыҡта ғына уларҙың ғәйебе менән йөҙҙән ашыу авария яһалды, 137 кеше имгәнде, 12 кеше һәләк булды. Эскән килеш үлемесле авария яһаған водителгә 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Йыл башынан һигеҙ меңгә яҡын иҫерек водитель тотолған, ә ҡулға килеп эләкмәгәндәре күпме?
Рейд барышында 800-гә яҡын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары асыҡланған. Ә 172 водитель тиҙ генә руль артына ултыра алмаясаҡ.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Дина Арсланова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: