Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яңауылда Айҙар Рамазанов һыуға батып барған ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡарған

Уның ҡыйыулығы фажиғаға юл ҡуйманы

Беүә йылғаһында һыу инеүсе өләсәй менән ете йәшлек ҡыҙҙы көслө ағым алып китә. Яңауыл егете тауыштарҙы ишетеү менән ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Шулай итмәһә, оло фажиға булыр ине.
Ҡыҙыҡайҙы эләктереп, егет тәүҙә йылға ағымына ҡаршы йөҙә, ләкин уны еңә алмай. Күп һыу йота. Артабан ағымға ҡаршы йөҙмәҫкә ҡарар итә – һәм был дөрөҫ ҡарар була. Быға уның спорт менән дуҫ булыуы ла булышлыҡ иткәндер.
Ә инде өләсәй кешегә Айҙарҙың әхирәте ярҙамға килә – ул уға ҡабартылған түңәрәк ташлай.
Читайте нас: