Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
2 Август 2020, 23:56

Ағиҙелдә Таҙалыҡ көндәре әүҙем үтә

Һәр икенсе кесаҙнала ҡалала Башҡортостан башлығы Радий Хабиров указы буйынса Таҙалыҡ көнө үтә. Унда ҡаланың бөтә учреждениелары ҡатнаша.

Үткән кесаҙнала ла ҡала хакимиәте, муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре бирсәткәләр һәм эш ҡоралдары менән ҡала урамдарына сыҡтылар. Улар ҡыуаҡтарҙы тигеҙләп киҫте, ағастарҙың ауған ботаҡтарын бысты, сәскә түтәлдәрен утаны, тротуар ситтәрен йыйылған ҡом һәм балсыҡтан таҙартты.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ управлениеһы хеҙмәткәрҙәре йорт алдарындағы ҡоймаларҙы буяны.
Йәштәр Советы ағзалары ташландыҡ хәлгә килгән автобус туҡталышын тәртипкә килтерҙе: сүп-сарҙан таҙартты, стеналарын буяны. Киләсәктә йәштәр был ҡоролманы заманса граффити менән биҙәргә планлаштыра.
Читайте нас: