Ҡурай
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
6 Август 2020, 18:52

Был конкурс төбәктә бишенсе йыл тормошҡа ашырыла

Республиканың Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында еңеп сыҡҡан ҡала округтарының һәм ауыл биләмәләренең күбеһендә конкурс процедуралары тамамлана, подряд ойошмалары һәм эштәрҙе башҡарыусылар билдәләнә. Шулай итеп, муниципалитеттар республикала йәшәгәндәрҙең башланғыстарын ысынбарлыҡтағы объекттарға тормошҡа ашырыуға тотонасаҡ.

600 миллионға яҡын һумлыҡ 560 объект: урында йәшәүселәрҙең башланғыстары нигеҙендә бына ошо тиклем проект Башҡортостанда Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был программа төбәктә бишенсе йыл тормошҡа ашырыла. Республиканың Стратегик тикшеренеүҙәр институтында башланғыстар нигеҙендәге унлаған бюджет программаһы эшләнгән.
Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте контроллек иткән Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү өсөн бюджеттан 400 миллион һум аҡса бүленгән. Муниципаль бюджеттан – 90 миллион, халыҡ һәм бағымсыларҙан 50-шәр миллион һум аҡса файҙаланылған.
“Халыҡтың ярҙам итеүе һөҙөмтәһендә быйылғы был конкурс ҡәтғирәк, хатта балл өлөштәре лә иҫәпләнде”, – тиҙәр республиканың Стратегик тикшеренеүҙәр институтында.
– Биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙең дәүләт һәм муниципаль программалары менән Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы проекттарының мультипликатив һөҙөмтәһенә өлгәшеү – сираттағы аҙымыбыҙ, – ти Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге етәксеһе Лия Насретдинова.
Йыл һайын халыҡ проекттарҙың айырым бер төрөн үҙ итә. Биш йыл һөҙөмтәләренә күҙ һалғанда, ауылда беренсе урынды юлдар, мәҙәниәт усаҡтары һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү биләй. Ә ҡалала йәшәүселәр мәғариф ойошмаларын, юлдарҙы һәм балалар майҙансыҡтарын үҙ итә.
Быйыл конкурсҡа 1061 ғариза бирелгән. Уларҙың 382,6 миллион һумлыҡ 563 ғаризаһы еңеүсе тип табылған. Шулай итеп, ауылда йәшәүселәр – 382,6 миллион һумлыҡ 385, ҡала халҡы 206,8 миллион һумлыҡ 178 проектты тормошҡа ашыра аласаҡ.
Проекттар төрҙәренә килгәндә, беренсе урында – мәғариф ойошмалары менән бәйле проекттар (137), икенсе урында автомобиль юлдары һәм ундағы ҡоролмалар менән бәйле117 проект. Өсөнсө урынды иһә ихаталарҙы һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү биләй.
Фотолар: республиканың Стратегик тикшеренеүҙәр институты.
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Читайте нас в