Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
9 Август 2020, 22:12

Ағиҙелдә Физкультурниктар көнөн билдәләнеләр

7 августта Ағиҙелдең төп майҙанындағы спорт майҙансығында Физкультурниктар көнөнә бағышланған тантаналы саралар үтте.

Байрамды ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов ҡотлау һүҙҙәре менән асты. Ул ҡалала үткән спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан ағиҙелдәрҙе рәхмәт хаттары һәм грамоталар менән бүләкләне.
Июль уртаһынан бирле ҡалада төрлө спорт төрҙәре: пляж волейболы, стритбол, теннис, футбол буйынса ярыштар үтте. Байрам тантанаһында ошо ярышта еңеүселәрҙе тәбрикләп, бүләкләнеләр. Шулай уҡ "Йәй спорт менән" фотоконкурсы һәм "ГТО рекордтары" видеоконкурсы еңеүселәрен дә асыҡланылар.
Шул уҡ көндө спорт майҙансығында көрәш буйынса ҡала беренселеге үтте.
ГТО нормативтарын тапшырғандар алтын һәм көмөш значоктарын алдылар. Сараны "Иҙел" мәҙәниәт йорто артистары концерт номерҙары менән биҙәне.
Читайте нас: