Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
16 Август 2020, 21:24

Республикала 1 сентябрҙән яңы ҡағиҙәләр көсөнә инә

Башҡортостанда 1 сентябрҙән яңы һунар ҡағиҙәләре урынлаштырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи һәм мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостанда 1 сентябрҙән яңы һунар ҡағиҙәләре урынлаштырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи һәм мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, хәҙер республиканың көньяҡ биләмәһендә – Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Хәйбулла, Шишмә һәм Шаран райондарында ҡоштарға яҙғы һунар апрелдең икенсе шәмбеһенән ун көнгә рөхсәт ителә.
Апрелдең өсөнсө шәмбеһенән иһә республиканың төньяҡ биләмәһендә – Архангел, Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Благовещен, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Учалы, Саҡмағош һәм Яңауыл райондарында.
Һәр кем һунар итеү мөмкинлегенә эйә булған һунар биләмәләрендә ҡыр сусҡаһына һәүәҫкәр һәм спорт һунары ваҡыты – 1 августан 29 февралгә, ә ҡуянға 1 октябрҙән 31 ғинураға тиклем сикләнәсәк.
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Фото: sgpress.ru
Читайте нас: