Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
26 Август 2020, 18:15

“Экохәстәрлек” тип аталған яңы проектҡа старт бирелә.

Уның төп маҡсаты – Рәсәй мәктәптәрендә тотонолған батарейкаларҙы йыйыуҙы ойоштороу, балаларҙа экологик мәҙәниәт тәрбиәләү.

Иртәгә, 27 августа, үтәсәк матбуғат конференцияһында Бөтә Рәсәй халыҡ фронты “Экохәстәрлек” тип аталған яңы проектҡа старт бирәсәк. Был сараның төп асылы – Рәсәй мәктәптәрендә тотонолған батарейкаларҙы йыйыуҙы ойоштороу, шуның арҡылы балаларҙа экологик мәҙәниәт, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Әлеге ваҡытта был үҙенсәлекле проектҡа Рәсәйҙең өс меңдән ашыу мәктәбе ҡушылған. Барлыҡ мәктәптәр ҙә батарейкалар өсөн тәғәйенләнгән махсус контейнерҙар һәм методик материалдар менән тәьмин ителә.
Бынан тыш, мәктәптәрҙә өҫтәмә белем биреү сиктәрендә экологик мәҙәниәтте үҫтереүгә арналған интерактив дәрестәр, семинарҙар, экскурсиялар, конкурстар, квестар үткәреү ҡаралған.
Матбуғат конференцияһы барышында Бөтә Рәсәй халыҡ фронты эксперттары проектта ҡатнашыусылар менән берлектә “Экология – бөҙҙе уратып алған барлыҡ мөхит” тип аталған интерактив класс сәғәтенең презентацияһын тәҡдим итәсәк. Ә 1 сентябрҙә проектта ҡатнашыусы мәктәптәрҙә интерактив оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Уны Учи.ру сайтында һәр кем ҡарай ала.
Проекттың партнерҙары – “Федераль экологик оператор” предприятиеһы, GP Batteries батарейкалар етештереү компанияһы, “Мегаполисресурс” батарейкалар эшкәртеү компанияһы, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте, Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы, Федераль балалар экология-биология үҙәге, Рәсәй Мәғариф министрлығы.
Матбуғат конференцияһын 27 августа 10 сәғәттә https://onf.imind.ru/#selfregistration:0c9dc05b-a70a-449b-b011-78e60306f090 һылтанмаһы буйынса ҡарарға мөмкин. Ә изге маҡсатта ойошторолған яңы проектҡа теләге булған һәр мәктәп ҡушыла ала.
Фото: belregion.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: