Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
28 Август 2020, 14:05

Ҡазанда – Мостай Кәрим

Ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге скверында, Ырымбур тракты менән Даурская урамдары киҫелешендә Социалистик Хеҙмәт Геройы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асылды.

Тантананың ҡунаҡтары – Башҡортостан һәм Татарстан Башлыҡтары Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлеханов булды.
Һәйкәлдең дөйөм хаҡы 45 миллион һум тәшкил иткән. Был ҡатмарлы композицияла Урал тауҙары киртләсендә ултырған шағир һүрәтләнгән. Уның авторы – илдең рәссамдар союзы рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор Андрей Ковальчук. Бөгөн ул Татарстан Президентының Рәхмәт хатын алды һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаһы – Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.
Радий Хәбиров белдереүенсә, был һәйкәл ике республиканың Рәсәй мәнфәғәтендә сәскә атыуы һәм алға барыуы символы буласаҡ.
– Беҙҙең өсөн Ҡазандың йөрәгендә Мостай Кәримгә һәйкәл асыу ҙур абруй. Ул беҙҙең өсөн һәр ваҡыт рухи остаз булды, ул Татарстанды яратты һәм ике халыҡтың яҡын дуҫлығы яҡлы булды. Рөстәм Нурғәле улы, был һәйкәлде асыуҙы Башҡортостан менән Татарстандың емерелмәҫ, һәм һеҙҙең менән минең ысын ирҙәр дуҫлығы символы тип иҫәпләйек, – тине Радий Хәбиров.
– Былтыр, Башҡортостандың йөҙ йыллығы ваҡытында беҙ Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асҡайныҡ. Быйыл иһә Татарстанға 100 йыл тула һәм бөгөн йәнә беҙҙең халыҡтар өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Беҙ башҡорт әҙәбиәте классигы, шағир, драматург, публицист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримгә һәйкәл асабыҙ. Уның исеме алтын хәрефтәр менән Рәсәй һәм донъя әҙәбиәте тарихына яҙылған. Уның әҫәрҙәре һәр ваҡыт тәрән мәғәнә, ихласлыҡ, матурлыҡ һәм бай тел, башҡорт милли колориты менән айырылып тора, – тине Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов.
Татарстан Президенты Радий Хәбировты ТАССР-ҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу уңайынан, ике республика араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн миҙал менән наградланы.
Тантанала ҡатнашҡан Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов олатаһының Татарстанға булған һөйөүе уның Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын тыңлаған саҡта барлыҡҡа килде тине.
– Ҡазан мәңгелеккә уның өсөн яратҡан һәм ҡәҙерле төбәккә әйләнде. Хәсән Туфан, Риза Ишморат, Ғариф Ахунов, Сара Саҙыҡова, Роберт Миңнуллин һәм башҡалар уның өсөн яҡын һәм туған кешеләр булды. Татарстандың беренсе Президенты Минтимер Шәймиев менән улар бик дуҫ булды. Татарстан уның һөйөүенә һөйөү менән яуап бирҙе. Беҙ ғаиләбеҙ исеменән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановҡа, скульпторға, архитекторҙарға рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Артабан да Мостайҙың йөҙө бүлеп булмаҫ мәҙәни киңлегебеҙ, ике халыҡтың бер-береһенә ҡарата йылы хистәре символы булһын, – тине ул.
Автор: Альфия Мингалиева
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: