Өс килограмм ҡабаҡ, кило ярым помидор йәки 400 грамм томат пастаһы, 100 грамм һарымһаҡ, бер сәй ҡалағы әсе борос (чили) йәки йәш әсе борос, бер стакан шәкәр, ике аш ҡалағы өйөп тоҙ, бер аш ҡалағы 70 процентлы һеркә кәрәк.
Тәүҙә йәшелсәләрҙе йыуып, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Уға тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы, әсе борос, һеркә ҡушып, һәйбәтләп бутайбыҙ. Талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тағы ла ярты сәғәт бешерәбеҙ. Шунан банкаларҙы парҙа тотоп, уларға әҙер массаны тултырабыҙ.